Бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуа. Төндә ҡырау төшөүе мөмкин

Бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуа. Төндә ҡырау төшөүе мөмкин Фото: Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башгидрометүҙәк синоптиктары бөгөн, 17 августа, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын һәм йәшен йәшнәүен фаразлай. Республиканың көньяғында яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы төндә +10,+15°, таулы райондарҙа +5°, көндөҙ +18,+23°, көньяҡта +30° тиклем.
Ә алдағы төндә тупраҡта тәүге ҡырау төшөүе ихтимал. Таулы һәм түбән урындарҙа термометр бағаналары 0,-2° тиклем төшә. Шәмбе көндөҙ +16,+21° булыуы көтөлә.

