Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, тап Әмир Абдразаҡов 1990 йылда киностудия ойошторған һәм уның беренсе директоры булған.

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — башҡорт актёры, сценарист һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр һәм сәнғәт институты (ГИТИС) ҡарамағындағы башҡорт студияһын тамамлаған (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы). 1959-1962 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында актер. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетында режиссёр булып эшләй. 50-гә яҡын телевизион фильм төшөргән, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһында тәүге тапҡыр Я.Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» (1986) романдары буйынса күп сериялы нәфис телефильмдар.

2006 йылда Әмир Абдразаҡов «Һынмаҫ рух» документаль фильмы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1198364-kinostudii-bashkortostan-prisvoyat-imya-amira-abdrazakova/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть