Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ҡурсаҡ театры «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» исемле спектакль-портрет әҙерләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 августа Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгелгә әҙерлек башланды.

Тиҙҙән тамашасыларҙы бер юлы өс премьера көтә: «Етем төлкө», «Буратино» камера спектаклдәре, «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакль-портреты һәм «Ҡыҙыл Башлыҡ».

Театрҙың әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе Диана Гәрәева-Рәхмәтуллина хәбәр итеүенсә, тамашасылар яңы миҙгелдә иң беренсе «Принцесса Крапинка» спектаклен ҡарай ала, ул иртәгә, 17 августа була.

24 августа тамашасыларҙы «Етем төлкө» спектакленең премьераһы көтә, режиссер — Ольга Штырляева, рәссам — Илнур Слявчин. «Етем төлкө» тигән башҡорт халыҡ әкиәте буйынса спектакль туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса программа сиктәрендә әҙерләнгән.

Театрҙа «Ҡыҙыл Башлыҡ» спектакле өҫтөндә лә эш башлана. Режиссерҙар — Виктория Щербакова һәм Андрей Волков. Цехтар яҡын арала ҡурсаҡтар һәм декорациялар әҙерләүгә тотона, ә актерҙар менән отпуск алдынан уҡ ролдәргә бүлеп уҡыу ойошторолғайны. Был спектаклдә тамашасылар яратҡан, Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин ҡатнаша.

Яңы миҙгелдә өлкәнерәк тамашасыларҙы Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» тигән спектаклдең премьераһы көтә. Был күләмле сәхнә әҫәре «Театрҙар — балаларға» программаһы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» тарафынан бүленгән аҡсаға ҡуйыла. Режиссер Альберт Имамутдинов ошо эшкә бер юлы ике һәләтле рәссамды — Илнур Слявчинды һәм Әнисә Томаншинаны йәлеп иткән, көйөн Урал Иҙелбаев яҙа. Бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында спектакль-портрет сәхнә сәнғәтенең бер нисә төрөн берләштерә: бында бейеүҙәр, битлек кейгән актерҙарҙың эше, видео-проекциялар, һәм, әлбиттә, төрлө системаларҙың ҡурсаҡтары бар. Премьера 12 октябргә билдәләнгән.

87-се миҙгелде асыу тантанаһы 15 сентябрҙә уҙа. Был көндә театр кескәй тамашасыларҙы көтөп алынған премьераға — Петр Васильевтың (Петрозаводск ҡалаһы) һәм Алевтина Ториктың (Санкт-Петербург) Алексей Толстойҙың «Буратино» әкиәте буйынса ҡуйған спектакленә саҡыра.

http://www.bashinform.ru/news/1198306-v-ufe-teatr-kukol-gotovit-premeru-spektaklya-portreta-mustay-karim-blizkiy-gorizont/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть