Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала 36 миллиард һумға яңы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иғлан ителде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ике яңы проект менән тулыланды. Ҡарар республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков рәйеслегендәге профилле комиссия ултырышында ҡабул ителде.

Республиканың Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә Greenfield  стадияһынан йылына 1 миллион тонна сода етештереү ҡеүәтенә эйә заманса юғары һөҙөмтәле завод төҙөү күҙаллана. Проекттың инициаторы — «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 36 миллиард һум тәшкил итә. 700 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Проектты оҙатыуҙы «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте ғәмәлгә ашыра.

Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, өҫтөнлөклө проекттар реестрына инеү «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һалым льготаларына, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуға, шулай уҡ федераль һәм төбәк фондтарына инеү буйынса ярҙам күрһәтеүгә иҫәп тоторға мөмкинлек бирергә тейеш.

Икенсе проект тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә һөт заводын реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Ул Краснокама районында урынлашҡан. Проектты шәхси эшҡыуар Л.В.Әхмәрова тәҡдим иткән. Уны тормошҡа ашырыу барышында 110 миллион һум үҙләштереү һәм 25 эш урыны булдырыу күҙаллана. Эшҡыуар килемгә һалымға льготалар, инвестиция һалым кредитын һәм субсидиялар алырға ниәтләй.

Әле Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 203 миллиард һумдан ашыуыраҡ 63 проект бар. Улар уңышлы бойомға ашырылған осраҡта төбәктә 13,3 мең яңы эш урыны булдырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1198178-v-bashkirii-obyavleny-novye-prioritetnye-investproekty-na-36-mlrd-rubley/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть