Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең кескәйҙәр менән ҡаты мөғәләмә итеүе асыҡланды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең кескәйҙәр менән ҡаты мөғәләмә итеүе фашланды. Был хаҡта балалар ата-әсәһенә ҡайтып һөйләгәндән һуң билдәле булды. Ошо турала белеп ҡалған өлкәндәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Ишембай ҡалаһындағы «Күк сәскә» балалар баҡсаһының 45 йәшлек тәрбиәсеһе 11 бала менән ҡаты мөғәләмәлә булған. Мәҫәлән, көндөҙ йоҡлаған мәлдә һөйләшкән өсөн 5 йәшлек ҡыҙыҡайҙы этеп ебәргән, тегеһе башы менән карауатҡа бәрелгән, 6 йәшлек баланың башына йоҙроғо менән тондорған. Тыңламаған балаларҙы оҙаҡ ваҡытҡа йыуыныу бүлмәһенә бикләп ҡуйған.

Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса мировой судья Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһында ҡаралған енәйәт ҡылған өсөн тәрбиәсене 1,5 йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итте.  Уға ике йыл буйына педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйылған.

Ләкин хөкөм ителеүсе суд ҡарары менән ризалашманы һәм үҙен апелляция тәртибендә аҡлауҙы талап итте.

Ишембай ҡала суды прокуратураның тәрбиәсенең ғәйебе раҫланған икәнлеге тураһында дәлилдәр менән килеште һәм тәғәйенләнгән язаны көсөндә ҡалдырҙы.                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть