Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөләге Республика онкология диспансерында төҙөлөш эштәре дауам итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөләге Республика онкология диспансерында төҙөлөш эштәре дауам итә.

«Әлеге ваҡытта хирургия корпусына төкәтмә төҙөү буйынса монолит-каркас эштәре тамамлана. Бинаның техник ҡаты ябылған, тәҙрә блоктары ҡуйыла. Шулай уҡ сантехника эштәре, елләтеү һәм электрика системаларын монтажлау бара. Түбәнге ҡаттарҙа штукатур эштәре, кирбес һалыу, бина эсендә бүлмәләргә бүлеү, парапет ҡуйыу башланған. Тиҙҙән тышҡы канализация селтәрҙәрен ҡуйыу буйынса ер эштәрен башҡарыуға ордер алабыҙ», — тип һөйләнеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Республика онкология диспансеры файҙаланыусы подвал менән туғыҙ ҡатлы итеп проектланған. Төкәтмәнең беренсе ҡатында регистратура, пациенттарҙы стационарға ҡабул итеү кабинеттары, поликлиника бүлексәләре кабинеттары булыр тип күҙаллана. Персонал һәм пациенттар өсөн дүрт дауахана лифты, дүрт баҫҡыс араһындағы майҙансыҡ һәм беренсе ҡаттан өсөнсөгә тиклем эскалаторҙар ҡаралған.

Төҙөлөш графикка ярашлы бара, объектты тапшырыу 2019 йылдың дүртенсе кварталына билдәләнгән.

Финанслау «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә төбәк бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Төҙөлөш барышын реаль ваҡыт режимында күҙәтергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1198110-v-respublikanskom-onkologicheskom-dispansere-v-ufe-prodolzhayutsya-stroitelnye-raboty/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть