Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан — яңы еңел автомобиль һатыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан — тәүге ярты йыллыҡта яңы еңел автомобилдәр баҙары күләме буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә, тип асыҡланы «Автостат» аналитиктары. Ошо ваҡыт эсендә республикала 27,2 мең яңы автомобиль һатылған, 2017 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 15% күберәк.

Ҙур төбәк баҙары ла шундай уҡ динамика күрһәтте — Мәскәү: плюс 15%, ярты йылда 112 мең автомобиль һатылған. Мәскәү өлкәһендәге автобаҙар 15,4% артҡан — 61,6 меңгә тиклем. Тәүге өс лидер иҫәбендә Санкт-Петербург — плюс 13,4%, 51,6 мең яңы машина. Ошо өс төбәк Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн тиерлек формалаштыра, тип билдәләй аналитиктар.

Баш ҡала булмаған субъекттар араһында Татарстан һәм Башҡортостан алда бара. Күршеләребеҙҙә ярты йылда 33,4 мең яңы автомобиль һатылған — был уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 5,9% күберәк.

http://www.bashinform.ru/news/1198149-bashkiriya-v-tope-regionov-po-prodazham-novykh-legkovykh-avto/            

Теги: автобаҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть