Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бик күп ағыулы үрмәкселәр килеп сыҡҡан, тәүге зыян күреүселәр бар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында ҙур һары үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Тәүге зыян күреүселәр ҙә бар — бер ир үрмәксе тешләгәндән һуң дауаханаға эләккән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы.

Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул  ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта, шешә, күңел болғана, баш әйләнә. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кәм тигәндә ике тешләү осрағы билдәле – зыян күреүселәр ярҙам һорап токсикология бүлеге табиптарына мөрәжәғәт иткән.

Белгестәр үрмәкселәрҙең ябырылыуын эҫе һауа торошо менән бәйләй. Әле уларҙың ҡарығыу осоро, һәм тиҙҙән улар тағы ла күбәйә.

Зоологтар был үрмәксенең Башҡортостан биләмәһенә эләгеүе осраҡлы түгел тип раҫлай – улар төрлө ерҙә тарала башлаған, һары үрмәксе республикала мәңгелеккә тороп ҡалған.  

http://www.bashinform.ru/news/1197960-v-bashkiriyu-prishli-polchishcha-yadovitykh-paukov-est-pervye-postradavshie-ot-ukusov/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть