Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Киләсәктә берҙәм дәүләт имтиханы эштәрен «сит» төбәктәр тикшерергә тейеш

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Берҙәм дәүләт имтиханын яҙған уҡыусыларҙың эштәрен баһалау өсөн икенсе төбәккә ебәрергә теләйҙәр.

Был хаҡта Федераль педагогик үлсәүҙәр институты директоры Оксана Решетниковаға һылтанма менән «Известия» гәзите хәбәр итә.

Бындай тикшереүҙәр элек тә ҡулланыла ине, ләкин айырым осраҡтарҙа ғына. Хәҙер Рособрнадзор тулыһынса күсергә йыйына. Эксперттар фекеренсә, был субъектив факторҙы төшөрөп ҡалдырыу өсөн кәрәк, сөнки төбәктәргә иң яҡшы эштәрҙе күрһәтеү уңайлы.

Рособрнадзорҙа белдереүҙәренсә, башҡа төбәктәргә тикшереүгә ебәрелгән берҙәм дәүләт имтиханы эштәренең күләме яйлап арттырыла. Әммә тулыһынса яңы системаға күсеүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуын һәм хәүефлеме-түгелме икәнен анализлау талап ителә.

Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының мәғарифты үҫтереү институты директоры Ирина Абанкина бындай тикшереү БДИ һөҙөмтәләрен алыу ваҡытын оҙайтыуы мөмкин тип иҫәпләй, сөнки «эштәрҙе күршелә түгел, ә алыҫтараҡ урынлашҡан төбәккә тапшырырға кәрәк».

http://www.bashinform.ru/news/1197994-v-budushchem-proveryat-raboty-ege-budut-chuzhie-regiony/                    

Теги: БДИ, мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть