Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә бәләкәй фатирҙарҙы ҡуртымға биреү һиҙелерлек ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә йыл башынан майҙаны 32 квадрат метрға тиклем булған фатирҙарҙы ҡуртымға биреү 16 процентҡа артҡан. «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы мәғлүмәттәре шундай. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәлеһе — 12 мең һум. Өфө 69 ҡаланан (300 меңдән кәм булмаған кеше йәшәгән) рейтингта 12-се урынды биләй.

Тәүге бишәү иҫәбендә ғәҙәттәгесә өс баш ҡала — рәсми, мәҙәни һәм олимпия, шулай уҡ Ҡырымдың «баш ҡалалары» — Симферополь һәм Севастополь.

Мәскәүҙә бәләкәй фатирҙарҙың ҡуртым хаҡы 8,5 процентҡа арзанайған һәм 25,78 мең һум тәшкил итә, Мәскәү өлкәһендә уртаса 13 процентҡа осһоҙланған — 14,6 мең һум.

Санкт-Петербург «үҫеүен» дауам итә: +5% һәм 20,5 мең һум. Сочи 5% арзанайған — 18,5 мең һум.

Ҡырымдың ҙур ҡалалары 3% тиерлек «юғалтҡан», һәм хәҙер бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы Симферополдә — 18 мең, Севастополдә — 16 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1197925-v-ufe-znachitelno-podorozhala-arenda-malenkikh-kvartir/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть