Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер ир кеше ғүмерен ҡыйған, көсләгән һәм урлашҡан өсөн 14 йылға махсус режимлы колонияға оҙатылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өс көн эсендә Башҡортостанда йәшәгән 28 йәшлек ир Енәйәт кодексының дүрт статьяһын боҙоп өлгөргән. Ике кешенең ғүмерен ҡыйған, баланы көсләгән һәм урлашҡан өсөн республиканың Ғафури район-ара суды уны 14 йылға махсус режимлы колонияға оҙатты.

Суд тикшереүе барышында 2017 йылдың 7 авгусында ирҙең Башҡортостандың Ғафури районында сит кешенең өйөнә инеп,18 мең һум аҡса урлауы асыҡланған. Икенсе көндө ул Талбазыла йоҡлап ятҡан танышын уятырға маташҡан. Иҫерек килеш уны быуаға ташлаған.

«Уныһы ваҡиға урынында йән биргән. Ирҙең оҙаҡ ҡына тауыш-тынһыҙ ятҡанын күргәс, енәйәтсе уның кәүҙәһен һыуҙан тартып сығарған һәм йөрәгенә массаж яһай башлаған», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр судтың матбуғат хеҙмәтендә.

Уҙған йылдың 13 авгусында Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылында 28 йәшлек енәйәтсе бер ирҙе туҡмап үлтергән. Шул уҡ көндә ул баланы көсләгән.

Тикшереү барышында ул ғәйебен таныған, ләкин судта унан баш тартҡан. Ғәйепләнеүсенең үтенесе буйынса енәйәт эшен өс суд ҡараған.

http://www.bashinform.ru/news/1197812-zhitel-bashkirii-otpravilsya-v-koloniyu-osobogo-rezhima-na-14-let-za-dvoynoe-ubiystvo-iznasilovanie-/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть