Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Республикала 900-ҙән ашыу балаға ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләнмәгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ҡыҙылса ауырыуы таралыуға бәйле Башҡортостанда йәшәүселәр ошо йоғошло сиргә ҡаршы прививка эшләтеү өсөн табиптарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына белгестәр ата-әсәләрҙең баш тартыуы арҡаһында ҡыҙылсанан прививка яһатмаған 2687 баланы асыҡлаған. Әлеге мәлдә уларҙың  һаны — 900-ҙән ашыу.

«Бөгөн ошо һандан 66,4 проценты прививка эшләткән. Өлкәндәргә килгәндә, йыл башында вакцина һалынмаған 3842 кешенең 96,5 проценты прививка яһатҡан», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

18 июндән 6 авгусҡа тиклем Башҡортостанда ҡыҙылса йоҡторған 22 кеше теркәлгән. Уларҙың 13-ө — балалар, 9-ы — өлкәндәр. Сир осраҡтары Өфөлә, Өфө, Иглин, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында теркәлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1197892-v-bashkirii-bolee-900-detey-ostayutsya-ne-privitymi-ot-kori/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть