Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарының хәүефһеҙлеге буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора. Эксперттар 15 августан 3 сентябргә тиклем телефон аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. «Ҡыҙыу элемтә» телефоны:  8-800-700-90-30.

Ярҙамды Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге ҡарамағындағы Ҡулланыусылар өсөн консультация үҙәктәрендә лә алырға мөмкин.

Күҙәтеү ведомствоһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, «ҡыҙыу элемтә» эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй, тәнәфес сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа ҡәҙәр, шылтыратыу бушлай.

Көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (450054, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 58-се йорт, 104-се бүлмә) консультация алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһында Гигена һәм эпидемиология үҙәгенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультациялар үҙәгенә 8 (347) 287-85-18 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

http://www.bashinform.ru/news/1197744-v-bashkirii-otkryta-goryachaya-liniya-po-bezopasnosti-shkolnykh-tovarov/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть