Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан КОИБ-тар менән йыһазландырыу буйынса илдә иң тәүге өсәү иҫәбенә инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда төбәк закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа 811 участка һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән йыһазландырыла. Был һайлау участкаларының дөйөм һанынан 24 процент тәшкил итә. Республика комплекстар менән йыһазландырыу буйынса илдә (Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала) өсөнсө урынды биләй. Үҙәк һайлау комиссияһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, ошо участкаларҙа һайлаусыларҙың 50 проценты тиерлек (49,52 процент) һайлаусылар исемлегенә индерелә.

Комплекстарҙы уңышлы ҡулланыу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһы 1622 КОИБ операторын әҙерләй. Республикалағы КОИБ-тар 219 участканы йыһазландырыуға етә. Ҡалғандарын Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары ҡарары менән Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан 20 августан һуң килтерәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1197653-bashkiriya-voshla-v-troyku-liderov-v-strane-po-osnashchennosti-koib/    

Теги: һайлау, КОИБ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть