Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфө дартс буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Дартс буйынса «Өфө кубогы» бөтә Рәсәй ярыштарында һәм Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына илдең 20 төбәгенән 100-гә яҡын спортсы килә. Ҡатнашыусылар араһында донъя чемпиондары Борис Кольцов, Александр Орешкин һәм Марина Кононова ла бар.

«Республикабыҙ исеменән 20-нән ашыу спортсы сығыш яһай, улар — уҙған йыл еңеүселәре Алексей Роженцев, Ренат Еникеев, Әлфиә Иманғолова», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яңғыҙ һәм парлы разрядтарҙа миҙалдар 17 һәм 18 августа уйнатыла. Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Уҙғарыу урыны — Бикбай урамы, 13 адресы буйынса 32-се спорт мәктәбе.

http://www.bashinform.ru/news/1197648-ufa-primet-chempionat-rossii-po-darts/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть