Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

30 миллион һум өсөн хаҡлы ялдағы пенсионерҙы урлап алып киткән өфөләргә хөкөм ҡарары сығарылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Орджоникидзе районы суды 29 һәм 31 йәшлек автослесарҙарға хөкөм ҡарары сығарҙы, уларҙың береһе быға тиклем ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылған булған. Улар «алдан һүҙ ҡуйышып, кеше талау, уның һаулығына ауыр зыян килтереү» һәм «алдан һүҙ ҡуйышып, кешене урлау, ғүмер өсөн хәүефле көс ҡулланыу» статьялары буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдың октябрендә хөкөмгә тарттырылыусылар хаҡлы ялдағы нефтсегә һөжүм итеү планын төҙөй. Уларҙа булған мәғлүмәткә ярашлы, өлкән йәштәге ир фатирында 30 миллион һум аҡса һаҡлай икән.

Енәйәтселәр пенсионерҙың артынан күҙәтеп барып, Черниковка биҫтәһендәге йорто янында уға һөжүм итә. Улар ҡорбанына резина пуля менән ата һәм автомобиль багажнигына һалып, Төньяҡ зыяратына алып китә, унда ла аҡса таптырыуын дауам итә.

«Зыян күреүсенең ҙур суммала аҡсаһы юҡлығын асыҡлағас, ғәйепләнеүселәр уны ҡул бығауы менән ҡәбер кәртәһенә бәйләп ҡалдыра һәм ҡаса. Үтеп барыусылар, 62 йәшлек ирҙе күреп, тиҙ ярҙам һәм полиция саҡырта. Башы йәрәхәтләнгән пенсионер дауаханаға оҙатыла. Табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала», — тип һөйләнеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныманы. Суд уларҙы 12 йылдан 13 йылға тиклем иректән мәхрүм итте.

http://www.bashinform.ru/news/1197666-ufimtsam-pokhitivshim-pensionera-neftyanika-iz-za-30-mln-rubley-vynesen-prigovor/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть