Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа алты махсус участка эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар өсөн алты махсус участка ойошторола. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Өфө һәм Бәләбәй ҡалаларында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Белоретта икешәр участка эшләй.

Махсус тауыш биреү урындары йүнәлтеүсе таянғыстар, пандустар менән йыһазландырылған. Күреү һәләте боҙолған һайлаусыларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм лупалар тәҡдим ителә. Бынан тыш, барлыҡ һайлау участкалары һайлаусыларҙың бөтә категориялары йөрөй алырлыҡ: түшәмәләре, пандустары, яндауырҙары булырға тейеш.  

Әгәр 2016 йылда һайлау участкаларының 34 проценты ошондай ябай ҡоролмалар менән йыһазландырылһа, быйыл — 48 проценты. 305 участканың биналары беренсе ҡаттан юғарыраҡ урынлашҡан.

Башҡортостанда һайлаусылар һаны 2018 йылдың 1 ғинуарына 3 059 787 кеше тәшкил итә. Республикала 19 618 кеше тәүгә тауыш бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1197570-v-bashkirii-na-vyborakh-v-gossobranie-budut-rabotat-shest-spetsuchastkov/      

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть