Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Словенияның «Домжале» һөжүмсеһе «Өфө» менән оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Һуңғы көндәрҙә «Өфө» футбол клубы тирәләй Словения һөжүмсеһе Ловро Бизяк менән килешеү төҙөүҙәре хаҡында хәбәрҙәр ҡуйырҙы. 14 августа Башҡортостан командаһы етәкселеге уның күсеүен рәсми раҫланы.

«24 йәшлек уйынсы «Өфө» менән дүрт йылға килешеү төҙөнө», — тип хәбәр иттеләр клубтың матбуғат хеҙмәтенән.

Ловро Бизяк — «Шмартно 1928» футбол клубы тәрбиәләнеүсеһе. Уйынсы Словенияның «Ковинар», «Алюминий» һәм Австрияның «Вилдон» командалары өсөн дә сығыш яһаған. Бынан алда Бизяк «Домжале» өсөн уйнаған, футболсы 46 уйын үткәргән һәм 16 гол индергән. Был миҙгелдә Ловро ике гол менән айырылып торҙо, туптарының береһе Европа лигаһының 2-се квалификациялы раунды матчында «Өфө» ҡапҡаһына инде.

http://www.bashinform.ru/news/1197216-ofitsialno-forvard-slovenskogo-domzhale-podpisal-dolgosrochnyy-kontrakt-s-ufoy/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть