Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов (ЛДПР) Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте, тип яҙа РИА Новости.

Форма кластарҙа социаль  ҡатламдарға бүленеү кимәлен кәметә, тип иҫәпләй парламентарий. «Уҡыусылар бер үк кейенһә, кемдең нимәһе яҡшыраҡ булыуына бәйле һорау юҡ», — тип белдерҙе Чернышов.

Башланғыс һәм урта класс уҡыусылары өсөн форманың хаҡы — өс мең, өлкән уҡыусылары өсөн дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Берҙәм мәктәп формаһын Владимир һәм Псков өлкәләрендәге фабрикаларҙа тегергә мөмкин, тип билдәләне депутат.

http://www.bashinform.ru/news/1197307-deputat-gosdumy-predlozhil-ustanovit-v-rossii-edinuyu-tsenu-na-shkolnuyu-formu/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть