Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө «Донъя әйлән-бәйләне» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө «Донъя әйлән-бәйләне» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла.

Сара 15 августа И. Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Рәсәй әйлән-бәйләне» фестиваль хәрәкәте барышында уҙғарыла. Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Акцияны ойоштороусы булып «Рәсәй әйлән-бәйләне» фестиваль хәрәкәте сығыш яһай, Өфөләге координаторҙар — Валерия Радужная һәм «Ҡояшлы әйлән-бәйлән» төркөмө.

Киске сәғәт 6-ла башлана. Адресы: Ленин урамы, 65/3.

«Донъя әйлән-бәйләне» — кешелектең яҙма рәүештә теркәлгән тарихында иң ҙур әйлән-бәйлән акцияһы. Санкт-Петербургта ғына уға өс  меңдән ашыу кеше ҡушыла. Акцияла Рәсәйҙең һәм донъяның 100-гә яҡын ҡалаһы ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә Өфөлә милли кейемдәрҙән иң ҙур әйлән-бәйлән яһап, рекорд ҡуйҙылар.

http://www.bashinform.ru/news/1197301-ufa-prisoedinyaetsya-k-vserossiyskoy-aktsii-khorovod-mira/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть