Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан бюджеттарҙы 248,4 миллиард һумға тулыландырған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ете айға йомғаҡ яһанылар: бөтә кимәлдәге бюджеттарға 248 миллиард 467 миллион һум йыйылған. Улар — мотлаҡ социаль страховкалауға һалымдар һәм иғәнәләр (пенсияға бүленгән сумма).

Федераль ҡаҙнаға —  128,9 миллиард, төбәктекенә 98,5 миллиард һум йүнәлтелгән.

Керемдәрҙең төп күләме файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн һалымға  — 80,39 миллиард һум, һәм ойошмалар табышына һалымға тура килә — 54,39 милилард.

Мотлаҡ социаль страховкалауға керемдәр ете айҙа 59,36 миллиард һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1197211-bashkiriya-popolnila-byudzhety-na-248-4-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть