Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан парламенты әҙерләгән туберкулезға ҡаршы көрәш тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Рәсәй Федерацияһында туберкулезды таратыуҙы иҫкәртеү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон көсөнә инде. Уның проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай әҙерләгән. Законда туберкулезға бәйле күҙәтеү аҫтында булған кешеләр өсөн диспансеризация һәм табип тәғәйенләгән дауалауҙы үтеү бурыстары билдәләнгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, ҡабул ителгән саралар етерлек түгел, һәм туберкулезға ҡаршы көрәш өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу эшен дауам итергә кәрәк.



«Туберкулездың таралыуы күп осраҡта уның йөрөтөүсенең тәртибенә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай граждандарҙың күбеһенең йәшәү рәүеше йыш ҡына уларға үҙаллы рәүештә һаулыҡтары менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәй. Ҡабул ителгән закон уларға медицина ойошмаларында тикшерелеү һәм дауаланыу бурысын йөкмәтә. Шул рәүешле, беренсенән, туберкулез сирлеләрҙең һаулығын нығытырға, икенсенән, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡларға мөмкин, — тине Константин Толкачев. — Республика парламенты туберкулездың таралыуына ҡаршы көрәш өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу эшен дауам итергә ниәтләй. Ошо ауырыуҙан зыян күргәндәрҙе тейешенсә дауалауҙы, шулай уҡ уны бөтөрөүҙе, туберкулездың таралыуына юл ҡуймауҙы тәьмин итеү мөһим. Беҙҙең башланғыс буйынса ҡабул ителгән Федераль законда сирҙе таратыусылар өсөн бурыстар билдәләнгән, ләкин ошо талаптарҙы үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ яҙылмаған. Был мәсьәлә айырым өйрәнеүҙе талап итә. Кәрәк булған осраҡта беҙ тейешле закон проектын әҙерләрбеҙ һәм уны Дәүләт Думаһына индерербеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1197161-vstupil-v-silu-federalnyy-zakon-o-protivodeystvii-tuberkulezu-razrabotannyy-parlamentom-bashkortosta/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть