Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Силәбе өлкәһе губернаторы кубогы өсөн көрәшә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

14 августа Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы хоккейсылары Силәбе өлкәһе губернаторы кубогы өсөн көрәшә башлай. Улар менән бергә «миҙгел алды» трофейы өсөн көс һынашырға Магнитогорскиҙың «Металлург»ы, Омскиҙың «Авангард»ы һәм турнир хужалары — «Трактор» килгән.

«Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Николай Цулыгин үҙе менән 28 уйынсы: өс ҡапҡасы, туғыҙ һаҡсы һәм 16 һөжүмсе алған.

Шишәмбе, 14 августа, Өфө командаһы урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә — «Металлург»; 15 августа — «Авангард», ә 17-һендә киске 7-лә «Трактор» менән уйнай. Һуңғы осрашыуҙы тура эфирҙа ҡарарға мөмкин — тура трансляция КХЛ ТВ һәм КХЛ ТВ HD телеканалдарында.

«18 августа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә — өсөнсө, киске 5-тә беренсе урын өсөн матч башлана», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр Силәбе өлкәһе губернаторы кубогын ойоштороусылар.

http://www.bashinform.ru/news/1197119-khk-salavat-yulaev-vstupaet-v-borbu-za-kubok-gubernatora-chelyabinskoy-oblasti-/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть