Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡорт ҡымыҙы фестивале ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡымыҙсылар-2018» фестивале ойошторола. Фестивалдә Башҡортостандың төрлө райондарынан 15-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ ҡымыҙын тәҡдим итә.

Фестиваль 19 августа Яҡутов исемендәге паркта старт ала. Иртәнге 11-ҙә ҡымыҙ йәрминкәһе башлана, ул кискә ҡәҙәр дауам итә. Сараны рәсми асыу тантанаһы сәғәт 4-кә билдәләнгән. Унда республиканың төрлө мөйөштәренән килтерелгән ҡымыҙҙың тиҫтәләгән төрөн тәмләп ҡарарға мөмкин.

Фестивалдә концерт, конкурстар һәм ҡымыҙ уйнатыу, уҡтан атыу, «Башҡортостанда ҡымыҙ һәм ҡымыҙ менән дауаланыу тарихы» фотокүргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.

Ҡымыҙ аллеяһы, Бал аллеяһы, Сувенирҙар һәм башҡорт милли аштары аллеяһы, этник стилдәге фотозоналар эшләй.

Фестивалде ойоштороусылар — Өфө эшҡыуары Вадим Йомабаев һәм баш ҡаланың Совет районы хакимиәте.

«Тап башҡорт ҡымыҙы иҫ киткес шәп һәм шифалы эсемлектең үҙенсәлекле даны һәм тарихына эйә. XIX һәм XX быуатта күп кенә рус шағирҙары һәм яҙыусылары: Толстой, Даль, Мамин-Сибиряк, Чехов, Цветаева һәм башҡалар ҡымыҙ менән һаулыҡтарын нығытырға килгән, — ти Вадим Йомабаев. — Мин Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә ҡымыҙ индустрияһының киләсәге ҙур булыр тип уйлайым. Беҙ иһә ҡымыҙ модаһын индереүсе, уның эталоны булырға тейешбеҙ, сөнки быға хоҡуғыбыҙ һәм мөмкинлектәребеҙ, шулай уҡ үтәү өсөн ресурстар бар. Йыл һайын ойошторолған фестиваль ошо ҙур киләсәккә аҙымдарҙың береһе булыр тип ышанам».

http://www.bashinform.ru/news/1197062-v-ufe-vpervye-proydet-festival-bashkirskogo-kumysa-/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть