Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Заман» төркөмө Нидерландта клип төшөргән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙең «Заман» башҡорт этно-төркөмө быйыл йәй Нидерландта төшөрөлгән клип сығарҙы.

«Алға» йырын композитор Айҙар Хәмзин Фатима Янбаева һүҙҙәренә ижад иткән.

«Алға» — ғәмәлдәр ҡылыуға саҡырыу ул. Йәш, йөрәктә ялҡын бар саҡта маҡсаттарыңа һәм хыялдарыңа иреш — йырҙың мәғәнәһе шул, — ти музыканттар. — Клипты Ватт диңгеҙе буйында, Харлинген һәм Леуварден ҡалаларында ике көн эсендә төшөрҙөк. Клипта голландтарҙың йәшәү рәүеше сағыла — тәбиғи,  гримһыҙ, макияжһыҙ һәм прическаһыҙ. Барыһы ла бик ябай. Унда нисек йәшәнек, кадрҙа ла шундайбыҙ».

Видео өҫтөндә режиссер Тимур Сәфиуллин һәм Ural Stars командаһы эшләгән.

«Бер нисә сәфәрҙән һуң клиптар идеяһы тыуҙы. Үҙебеҙ менән оператор алырға кәрәк икәнлеген аңланыҡ, сөнки беҙ — сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыусы төркөм. Төрлө илдәрҙә башҡорт телендә клиптар төшөрөү символик мәғәнәгә эйә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына төркөм етәксеһе Радмир Мөфтәхин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нидерландта Мәскәүҙең «Заман» төркөмө «Liet International» халыҡ-ара конкурсының финалында ҡатнашты һәм иң яҡшы 5 коллектив иҫәбенә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1197037-bashkirskaya-gruppa-zaman-vypustila-klip-snyatyy-letom-v-niderlandakh/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть