Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле стела асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн, 14 августа, Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында республиканың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле стела асыла.

Стела ауыл уртаһындағы бейек тауҙа урынлашҡан һәм төрлө яҡтан һәйбәт күренә. Һәйкәлгә ошондай һүҙҙәр яҙылған: «1919 йылдың 18 февралендә иртәнге сәғәт 10-да Темәс ауылы янында Зәки Вәлиди етәкселегендә башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына күскән».

Стела ҡуйыу идеяһын Темәс аҡһаҡалы Сәлимйән Вәлиев тәҡдим иткән. Проектты эшҡыуар Венер Сәфәровтың финанс ярҙамы менән рәссам Марат Ғафаров тормошҡа ашырған.

Рәсми асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 10-да башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1197024-v-bashkirii-otkryvaetsya-pamyatnaya-stela-posvyashchennaya-100-letiyu-respubliki/      

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть