Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә яңы иҡтисади һалым индереүҙәре мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙә иҡтисади һалым барлыҡҡа килеүе мөмкин. Башланғыс менән Финанс министрлығы сығыш яһаны.

Ошо турала норматив-хоҡуҡи акттар порталына һылтанма менән «Известия» гәзите хәбәр итә. Әгәр закон проектын ҡабул итһәләр, пошлина бысратыусы ҡалдыҡтар өсөн түләүҙәрҙе алмаштырырға тейеш.

Һалым түләүселәр иҫәбенә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар һәм граждандар, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар инә. Был эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ғына барлыҡҡа килтергән компанияларға һәм граждандарға ҡағылмай.

Һалым базаһы тирә-яҡ мөхитте бысратҡан ҡалдыҡтар күләме йәки массаһы аша иҫәпләнә. Ставкалар ҡаты була һәм һәр зыянлы матдә өсөн айырым билдәләнә. Әйтәйек, бер тонна азот диоксиды өсөн — 138,8 һум, карбонат натрийы һәм аммиак өсөн дә шунса, бер тонна хлорға 181,6 һум түләтеү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1197058-v-rossii-mogut-vvesti-novyy-ekologicheskiy-nalog/  

Теги: һалымдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть