Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә аграрийҙар ярты миллион тонна иген йыйған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда аграрийҙар ярты миллион тонна иген йыйып алған. Ял көндәренә урынлашҡан һауа торошо урып-йыйыу кампанияһы темпын һиҙелерлек тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

13 авгусҡа төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлылар менән 239 мең гектар һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 21,5 центнер тәшкил итә.

Бөтә майҙандарҙың яртыһы ғына йыйылһа ла, тулайым йыйымда күпселек өлөштө ужым культуралары биләй (443 мең тонна).  Яҙғы культураларҙан бөгөн күберәк арыш йыйыла, ул 30 мең тонна самаһы һуғылған. Борсаҡ һәм һоло һуғыуҙың да ҡыҙыу мәле.

Быйыл Ауыл хужалығы министрлығы игендән 3 миллион тонна уңыш алырға ниәтләй.

http://www.bashinform.ru/news/1196917-v-bashkirii-agrarii-sobrali-polmilliona-tonn-zerna/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть