Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика тышҡы сауҙаны әүҙемләштерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан таможня эшмәкәрлеге урынында тышҡы сауҙа әйләнеше тәүге ярты йыллыҡта 9,7%, уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 2 миллиард 688 миллион АҠШ долларына тиклем артҡан.  Сауҙа балансы сальдоһы ыңғай — яҡынса 1,8 миллиард доллар, тиелә таможняның статистика материалдарында.

Республика Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә ҡарағанда (экспорт — 667 миллион, импорт — 68 миллион доллар) алыҫ сит илдәр менән әүҙемерәк сауҙа итә (экспорт — 1,56 миллиард доллар, импорт — 395 миллион доллар). Башлыса яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (1,3 миллиард доллар), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (386 миллион), машиналар эшләү тауарҙары (349 миллион) оҙатыла. Тәү сиратта машиналар эшләү (262 миллион доллар) һәм химия продукцияһы индерелә (91 миллион тонна).

Тауар әйләнеше кимәле буйынса Башҡортостандың өс төп партнеры — Латвия (453 миллион доллар), Белоруссия (412 миллион) һәм Ҡытай (290 миллион).

http://www.bashinform.ru/news/1196812-bashkiriya-aktivizirovala-vneshnyuyu-torgovlyu/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть