Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 15 мең тамашасыға иҫәпләнгән яңы футбол стадионы төҙөлә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә яңы футбол стадионы төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлайҙар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың баш ҡалаһын үҫтереү башланғыстарына арналған форумда ошо турала хәбәр итте. Яңы спорт объектын урынлаштырыу варианттары иҫәбендә – Затон күпере аръяғындағы, аэропортҡа илткән юлдағы майҙансыҡтар, шулай уҡ Өфө ярымутрауы тип йөрөтөлгән биләмәлә стадион төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Һуңғы вариант ҙур өҫтөнлөккә эйә, сөнки уйындарға бөтә ҡала халҡын йәлеп итергә мөмкинлек бирер ине.

– Беҙгә, ысынлап та, яңы стадион кәрәк. «Нефтсе» беҙҙе күпмелер ваҡытҡа ҡотҡарҙы, ләкин хәҙер ҡалаға яңы спорт объекты кәрәк икәнлеген күрәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай спорт объекттары биләмәне цивилизациялы үҫтереүгә артабанғы аҙым булып тора. Бөгөн Түбәнге Новгородта, Саранскиҙа, Волгоградта икенсе лига командалары суперзаманса стадиондарҙа уйнай, унда 20-40 мең тамашасы килә.

«Өфө» футбол клубы өсөн яңы стадион проектын Белоруссияла «ҡарап ҡайтҡандар». Ул 15-16 мең тамашасыны һыйҙырыр тип күҙ уңында тотола. Проекттың хаҡы 3-4 миллиард һумға баһалана – был Рәсәй ҡалаларында футбол буйынса донъя чемпионаты уңайынан төҙөлгән стадиондарҙан биш тапҡырға осһоҙораҡ.

– Республика ошондай объекттар төҙөү мөмкинлегенә эйә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Проект һәм пландар бар, беҙ уларҙы бойомға ашырырбыҙ тип ышанам.

http://www.bashinform.ru/news/1196666-v-ufe-poyavitsya-novyy-futbolnyy-stadion-na-15-tysyach-zriteley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть