Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорттар Испаниялағы фестивалдә һәммәһен дә сәк-сәк менән хайран ҡалдырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Испанияла йолаға әүерелгән 32-се Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале бара. Мьяхадас ҡалаһында фестивалдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең милли ризыҡтарын күрһәтеү мөмкинлеге бирелде.

Перуҙар — текила менән мохито, рустар — окрошка, мексикандар һәм парагвайҙар — һалҡын ҡабымлыҡтар, грузиндар тарталеткалар әҙерләгән. Башҡортостан вәкилдәре килгән кешеләрҙе сәк-сәк менән таң ҡалдырҙы. Йәштәр театры һәм  «Өйҙәштәр» ситкомы актрисаһы Зөлмәрә Ҡарабулатова тамашасылар алдында оҫта итеп татлы тәмлекәс бешерҙе.

«Беҙгә сәк-сәкте кукуруз таяҡсаларынан әҙерләргә тура килде, сөнки плитә юҡ ине, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Зөлмәрә. — Иң матур ризыҡ беҙҙеке булды, уны күрәгә һәм сәтләүектәр менән дә биҙәнек. Тәме лә бик татлы. Ойоштороусыларға сәк-сәк бик оҡшаны, «беллиссимо» тигән һүҙҙәр яңғырап торҙо. Бер батмусты дуҫлыҡ билдәһе итеп грузиндарға һәм икенсеһен ойоштороусыларға бүләк иттек».

Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға аҙыҡ-түлекте үҙҙәре алһа ла, бал Башҡортостандан ине. Бөтәһе биш батмус сәк-сәк бешергәндәр. Зөлмәрә әйтеүенсә, ул сәк-сәк бешереү оҫталығына әсәһенән өйрәнгән һәм уны бала  саҡтан һәр байрамға бешерә икән.

Фестивалдә Башҡортостан вәкилдәре һәм сәк-сәк менән фотоға төшөргә теләүселәр бик күп булған.

Бынан алда «Башинформ» «Айтуған» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Испанияла һәм Португалияла халыҡ-ара фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһауы хаҡында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1196449-bashkiry-na-festivale-v-ispanii-porazili-sobravshikhsya-chak-chakom/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть