Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.57 ↓

EUR 70.38 ↑

11 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. Проект өҫтөндә М.Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Оҫтахана» кинокомпанияһы (Мәскәү) эшләй. Әлегә уның исеме —  «Мостай Кәрим. Тормошо һәм яҙмышы».

«Беҙҙең фильм — башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәрим, уның тормошо һәм ижады хаҡында. Беҙ хәҙерге китап уҡыусыларҙа әҙиптең мираҫына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға теләр инек. Уның менән таныш булған кешеләрҙән, дуҫтарының балаларынан интервью алабыҙ. Келәштә һәм Өфөлә төшөрҙөк тә инде», — тип хәбәр итте кинокомпанияның башҡарма продюсеры Кристина Геранина.

20-24 августа ижади төркөм йәнә Өфөгә килә. Кинокомпания хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәрим әҫәрҙәренең сит телдәрҙәге төрлө баҫмаларын төшөрөргә һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәренән интервью алырға ниәтләй.

52 минутлыҡ фильмды 2019 йылда сығарыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1196084-k-100-letiyu-mustaya-karima-snimaetsya-dokumentalnyy-film-o-ego-zhizni-i-tvorchestve/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть