Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ял көндәрендә Башҡортостанда: шәмбе – ямғырлы, йәкшәмбе – ҡояшлы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Алдағы ял көндәре республикала төрлөсә була. Ике көндә Башҡортостан халҡы ямғырҙы ла, ҡояшты ла күрәсәк.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 21 июлдә болотло һауа торошо көтөлә. Төбәктең төньяғында күк күкрәп ямғыр яуа.

«Ел көнсығыштан секундына 7-12 метр, йәшен йәшнәгәндә секундына 17 метрға тикллем көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 14-19, төньяҡ-көнсығыш буйынса 10, көндөҙ 21-26, көньяҡ буйынса +30 градус. Төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метр», — тип асыҡлыҡ индерҙе синоптиктар.

Йәкшәмбе, 22 июль, ҡояшлы була. Белгестәр яуым-төшөм фаразламай. Әммә һауа температураһы, шәмбе менән сағыштырғанда, бер аҙ түбәнәйәсәк: төндә – 14-17, көндөҙ 21-26 градус.

http://www.bashinform.ru/news/1188376-vykhodnye-v-bashkirii-subbota-dozhdlivaya-voskresene-solnechnoe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть