Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөргә күҙаллайҙар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын – муниципаль-ара тәғәйенләнештәге автомобиль юлын төҙөү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт буйынса дәүләт идаралығында. Юл район үҙәге урамдарын бушатыу өсөн кәрәк. Төҙөлөш 5,6-шәр һәм 3,9-шар саҡрым ике этапҡа бүленгән. Проектты «Уралдортранс» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләгән, дәүләт экспертизаһы ыңғай һығымта биргән. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 341 миллион һум тәшкил итә. Был проект федераль бюджеттан аҡса алып булған осраҡта тормошҡа ашырыласаҡ: тейешле ғариза Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән, тип аңлаттылар Дәүләт транспорт комитетында.

Шулай уҡ Талбазы өсөн мөһим мәсьәлә булып кирбес заводтары тирәһендә Ырымбур трассаһына сығыу менән сиселеш төҙөү һәм Төньяҡ биҫтәһенең урам-юл селтәрен үҫтереү тора, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1188133-v-bashkirii-planiruyut-stroit-zapadnyy-obkhod-raytsentra-tolbazy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть