Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов социаль һәм социаль-идара ителеш ресурстары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль һәм социаль-идара ителеш ресурстарына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре өсөн арналған сара белем биреү сифатына эйә булды. Докладтар менән Рәсәйҙең ҙур ғалим-социологтары – Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәген етәкләүсе социология фәндәре докторы Александр Тихонов һәм шул Үҙәктең алдынғы ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Владимир Богданов сығыш яһаны.

  

- Рәсәй Фәндәр академияһының ғалим-социологтары менән даими осрашабыҙ. Академик Михаил Константинович Горшков (Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры) менән Башҡортостан һәм Рәсәй Фәндәр академияһының федераль социология үҙәге республиканың социаль-иҡтисади үҫешен ғилми-аналитик оҙатыу йәһәтендә әүҙем хеҙмәттәшлек итер тип килештек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Милли проекттарҙың төбәк өлөшөн ғилми берләшмәнең әүҙем ҡатнашлығынан тыш әҙерләү мөмкин түгел. Бөгөн беҙ быны аңлайбыҙ: ғилемһеҙ алға китә алмайбыҙ.

Александр Тихонов һүҙҙәренсә, Башҡортостан Юғары социаль именлек индексына эйә айырым биләмә булып тора. Ул, Үҙәк белгестәре уйлап сығарған, яңы кире социаль элемтә йыйыу механизмы. Индекс асыҡ мәғлүмәт нигеҙендә булдырыла. Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда социаль «торош» бер төркөм күрһәткестәр буйынса башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ. Республика халҡы, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә ҡарағанда эш табыу мөмкинлеген, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен, юл хужалығының һәм башҡа иҡтисади, социаль һәм мәҙәни аспекттарҙы юғары баһалай.

Башҡортостан етәкселеге фәнгә етди иғтибар бүлә, тип билдәләне Александр Тихонов. Түңәрәк өҫтәл федераль ғилми һәм белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлеккә, ғилми тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға таянып, һөҙөмтәле идара итеү системаһын булдырыуға республика алған курстың дауамы булды.

Алдан Башҡортостан Башлығы төрлө өлкәләрҙә эшләүсе Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары: М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәре, Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты директоры Лилиә Овчарова, Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институтының төбәк программаһы директоры, Килемде һәм йәшәү кимәлен анализлау үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Наталья Зубаревич, Курчатов институты президенты Михаил Ковальчук һәм башҡалар менән осрашты. Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Һаҡсыл хөкүмәт» программаһы әҙерләнде. Уның маҡсаты дәүләт учреждениеларының эшен оптималләштереүгә, артыҡ бюрократияны бөтөрөүгә һәм идара ителеш процестарын камиллаштырыуға ҡайтып ҡала.

http://www.bashinform.ru/news/1188295-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-kruglom-stole-po-sotsialnym-i-sotsiologo-upravlencheskim-resursam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть