Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

1 сентябрҙән Башҡортостанда экология буйынса дәрестәр инә башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә экологик белем биреү буйынса кластан тыш дәрестәр инә башлай. Бынан тыш, система балалар баҡсаһынан башлап бәлиғ булмағандарҙы уҡытыуҙы күҙ уңында тота.

Проект профилле министрлыҡтар булышлығында тормошҡа ашырыла, был эштә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм республика балалар экология-биология үҙәге ярҙам итәсәк, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Экология министрлығында.

Эшкә төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларын йәлеп итәләр.

«Айырым бер саралар әҙерләнгән: балалар баҡсаһынан башлап экологик белемлелеккә уҡытыу, был эшкә муниципаль берәмектәрҙе, биләмә башлыҡтарын да йәлеп итәбеҙ. Бер төркөм медиапродукттар сығарыласаҡ. Был план хуплау тапты, шуға оҙаҡламай уға тотона алабыҙ. 1 сентябрҙән республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Мәғариф министрлығы аша экологик белем биреү индерелә. Яҙғыһын уҡ төрлө саралар уҙғарҙыҡ: экологик марафондар, экологик КВН-дар һәм башҡалар, Башҡортостан балаларҙы экологик тәрбиә биреүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Был идеологияны алып барасаҡбыҙ, бындай дәрестәр «Йәшел Башҡортостан» бренды эгидаһы аҫтында үтәсәк», — тип белдерҙе республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Наталья Логунова.

http://www.bashinform.ru/news/1188156-v-bashkirii-s-1-sentyabrya-vvedut-novye-uroki-po-ekologii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть