Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса өҫтөнлөклө төбәк программаһы раҫланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса өҫтөнлөклө төбәк программаһын раҫланы. Республиканың министрҙар кабинеты президиумы ултырышында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы 2018-2015 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» өҫтөнлөклө төбәк программаһы менән таныштырҙы.

Документ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының 204-се «май» указына ярашлы әҙерләнгән. Унда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса милли проект әҙерләү ҡаралған.

Программаның һөҙөмтәлелеге дүрт индикатор буйынса баһаланасаҡ. Тәү сиратта, һүҙ иҡтисадтың төп сеймал булмаған тармаҡтарында урта һәм ҙур предприятиеларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа тиклем үҫтереү, шулай уҡ төбәк программаһында ҡатнашыусы кәмендә 10 предприятиела 2025 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа тиклем арттырыу тураһында бара. Бының өсөн технологиялар трансферы механизмдарын үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм төп фондтарҙы яңыртып ҡороу өсөн алдынғы идара итеү, ойоштороу һәм технологик ҡарарҙарҙы индереүҙе дәртләндереү, төбәктәге эре һәм урта компанияларҙың етештереү һәм инновацион әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға методик һәм ойоштороу булышлыҡ системаһы булдырыу тора. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу нигеҙҙәренә уҡытыу буйынса кадрҙар әҙерләү системаһын ойоштороу айырым йүнәлеш буласаҡ.

Программаны тормошҡа ашырыуға республикалағы сеймал булмаған тармаҡта махсуслашҡан кәмендә 120 предприятиены йәлеп итеү күҙаллана. Бөгөнгө көнгә ҡул ҡуйылған килешеүҙәр сиктәрендә тейешле эш эшкәртеү етештереүе, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш материалдары етештереү өлкәһендә төбәктәге 16 ойошма менән алып барыла.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙан бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙе артабан эшкә урынлаштырыу сараларына айырым урын бүленәсәк. Бында 2025 йылға маҡсатлы йүнәлеш – мәшғүллек һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса сараларҙа ҡатнашыусылар һәм мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәндәр араһында алдағыһынан түбән булмаған эш хаҡы кимәле менән 90 процент хеҙмәткәрҙе эшкә урынлаштырыу.

Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, республиканың башҡарма власть органдары, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ҡатнашлығында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы программаның төп башҡарыусылары булып сығыш яһай.

http://www.bashinform.ru/news/1188121-v-bashkirii-utverzhdena-prioritetnaya-regionalnaya-programma-po-povysheniyu-proizvoditelnosti-truda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть