Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бер юлы алты бала: Башҡортостанда өс пар игеҙ бала тыуыу тураһында ентекләберәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда Күмертау ҡалаһында уҙған көндәрҙә бер юлы өс пар игеҙ бала донъяға килде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, балалар урындағы Перинаталь үҙәктә тыуҙы. Ошо һирәк, әммә бәхетле ваҡиға тураһында агентлыҡҡа дауалау учреждениеһының баш табибы Фәнис Хәкимов һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был Күмертау бала табыу йорто тарихында шундай тәүге осраҡ.

«Йыл башынан алты игеҙ бала тыуҙы, ә был юлы бер көндә өс пар игеҙ (ике малай һәм дүрт ҡыҙ), өҫтәүенә алдан күҙалланмағайны ла. Бер әсәгә планға ярашлы операция эшләнде, ә икәүһен тулғаҡ тота башланы: бер ҡатын үҙаллы тапты, икенсеһе кесарь киҫеме ярҙамында әсә булды», — тип аңлатты Фәнис Хәкимов. — Бөтә балалар ҙа сәләмәт, иң бәләкәй сабый – 1800, ҡалғандары 2500-2800 тарта.

Уның һүҙҙәренсә, бөтә ғаиләләрҙә лә яңы тыуған сабыйҙарҙан тыш балалар бар. Мәҫәлән, үҙаллы ике ҡыҙ тапҡан ҡатын өсөнсөгә бәпесләне. Өйҙә уны улы һәм ҡыҙы көтә. Ҡалған икәүҙең берешәр балаһы бар.

Быйыл алты айҙан ашыу ваҡыт эсендә Күмертау ҡалаһының Перинаталь үҙәгендә бөтәһе 610 бала тыуған.

http://www.bashinform.ru/news/1188088-shest-detey-srazu-v-bashkirii-stali-izvestny-podrobnosti-rozhdeniya-trekh-par-dvoynyashek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть