Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр 3,4 миллиард һумлыҡ транспорт һалымы түләгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда йәшәүселәр 2017 йыл өсөн бөтәһе 3,4 миллиард һум транспорт һалымы түләгән. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, һалым 1,3 миллион транспорттан (2016 йылға ҡарағанда 20 мең берәмеккә күберәк) түләнгән. 1,2 миллион транспорт сараһы физик берәмектәргә теркәлгән.

Ҡиммәтле автомобилдәр һаны (3 миллион һумдан ашыу торған) 419-ға артҡан һәм 2241 тәшкил иткән. Уларҙың яртыһы (1125) шәхси биләмәлә. Ҡиммәтле машиналар буйынса һалым 74,3 миллион һум сыҡҡан.

1 миллиондан ашыу транспорт хужаһы (уларҙың 91 проценты – физик берәмектәр) 1,6 миллиард һумға ташламалар менән файҙаланған. Шул иҫәптән 54 миллион һумға ташламаны «Платон» системаһында теркәлгән 829 йөк машинаһы хужаһы алған.

Ойошмалар 2018 йылдың 1 февраленән ҡалмай 2017 йыл өсөн транспорт һалымын үҙаллы иҫәпләргә һәм түләргә тейеш булған, тип хәтергә төшөрә Федераль һалым хеҙмәте идаралығы. 2018 йылдың 1 июненә ойошмаларҙың транспорт һалымы буйынса бурысы 163 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Физик берәмектәр өсөн транспорт һалымын түләү ваҡыты – 2018 йылдың 3 декабренә тиклем. Мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары 2018 йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр таратылырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1188136-zhiteli-bashkirii-zaplatili-transportnyy-nalog-na-3-4-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть