Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан «көмөш» ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәйҙә 15 ирекмәндәр ойошмаһы «көмөш» ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды. Алдынғылар араһында Башҡортостан Республикаһының «Өсөнсө йәштәге халыҡ университеты» социаль үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, тип хәбәр итә төбәктәге Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

«Аҡсалата бүләктәрҙән тыш, еңеүселәр тәҡдим ителгән проекттарҙы уңышлы һәм тиҙ эшләтеп ебәреү өсөн федераль үҙәктән консультация һәм методик ярҙам ала. Рәсәйҙә тәүге 15 «көмөш» ирекмәнлек үҙәге үҙ ишектәрен ағымдағы йылдың сентябре аҙағына тиклем асыр тип күҙаллана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Конкурсты «Быуындар хәтере» хәйриә фонды менән берлектә Ирекмәнлек үҙәктәре ассоциацияһы уҙғарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1187978-bashkiriya-v-chisle-pobediteley-vserossiyskogo-konkursa-po-formirovaniyu-tsentrov-serebryanogo-volon/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть