Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төҙөлөш министрлығы иҫкергән төҙөлөш нормаларын 2022 йылға яңыртырға күҙаллай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Төҙөлөш министрлығы иҫкергән төҙөлөш нормаларын һәм ҡағиҙәләрен 2022 йылға яңыртыу эшен тамамларға күҙаллай. Ошо хаҡта Мәскәү урбанистика форумы барышында һүҙ көрәштереү йомғаҡтары буйынса министрлыҡ башлығы Владимир Яҡушев белдерҙе.

«Беҙҙең ҡағиҙәләр йыйынтығы – бик күп дәүләт стандарттары бар, уларҙың күбеһе 1970 йылдарҙа актуалләшмәне. Теләһе ниндәй бик шәп проектты беҙ тормошҡа ашыра алмайбыҙ, әгәр норматив көйләү артта ҡалышһа», — тип айырып әйтте Яҡушев.

Заманса көйләүсе база торлаҡ төҙөлөшө күләмдәренең үҫеше буйынса дәүләт бурысын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк, тип иҫәпләй министр.

«Беҙ 120 миллион квадрат торлаҡ һалырға ғына түгел, заманса ҡала мөхите төҙөргә лә тейеш», — тине Яҡушев.

http://www.bashinform.ru/news/1187717-minstroy-planiruet-zavershit-obnovlenie-ustarevshikh-stroitelnykh-norm-k-2022-godu/

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть