Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем булдырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән ике яңы маҡтаулы исем булдырҙы.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем йәмғиәттә илебеҙ журналистикаһы абруйын күтәргән; граждандарҙа социаль яуаплылыҡ һәм гражданлыҡ фекерен булдырған; Рәсәй Федерацияһының һәм башҡа илдәрҙең ижтимағи, сәйәси, мәҙәни тормошон, эске һәм тышҡы сәйәси проблемаларҙы, халыҡ-ара мәсьәләләрҙе объектив яҡтыртҡан; Рәсәй халыҡтары өсөн традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған һәм үҫтергән; журналистикала автор стилен булдырған; Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлаған һәм популярлаштырған, шулай уҡ уҡ рус телен һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәрен үҫтергән һәм һаҡлаған; Рәсәй киң мәғлүмәт саралары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләгән өсөн киң мәғлүмәт саралары журналистарына һәм мөхәррирҙәренә бирелә.

Кремль сайтында аңлатыуҙарынса, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, һөнәри эшмәкәрлек алып бара башлағандан 20 йыл үткән наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының һәм Рәсәй Журналистар союзының тармаҡ наградалары булғанда бирелә. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән шәхси ҡаҙаныштары өсөн юғары профессиональ элемтә, киң мәғлүмәт саралары һәм киң коммуникациялар хеҙмәткәрҙәре билдәләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1187941-vladimir-putin-ustanovil-zvanie-zasluzhennyy-zhurnalist-rossiyskoy-federatsii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть