Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһында Салауат районы порталы барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Популяр интернет-энциклопедияның башҡорт бүлегендә яңы тематик вики-портал барлыҡҡа килде. Ул Салауат районы менән бәйле мәҡәләләрҙе системалаштыра. Был турала «Башинформ» агентлығына Википедияның әүҙем ирекмәне, З. Әйле тигән ижади псевдоним аҫтында билдәле журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова хәбәр итте.

«Беҙ, Салауат районынан сыҡҡан, Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррирҙәре, өсәү, тағы бер нисә яңы кеше ҡушылырға тейеш. Беҙ ә ниңә Салауат районы порталын булдырмаҫҡа тигән уй-хыял менән дәртләнеп киттек. Уны Ансар Нуретдинов тәҡдим итте, Миңһылыу Абдуллина менән беҙ күтәреп алдыҡ. Википедияның шуныһы һәйбәт, рөхсәт алырға йәки берәйһен шуны эшләргә һорарға кәрәкмәй. Үҙебеҙ ҡарар иттек һәм интернет-энциклопедия алып барыу буйынса дөйөм ҡағиҙәләр сиктәрендә үҙебеҙ эшләп тә ҡуйҙыҡ».

Порталдар, йә иһә вики-порталдар – билдәле бер тема йәки белем өлкәһе буйынса тематик веб-сайттарға тиң тиерлек төп биттәр ул. Порталдар уҡыусыларға һәм авторҙарға теманы уңайлы күҙәтеү өсөн эшләнә. Бындай тәжрибә Рус Википедияһында киң ҡулланыла, әле рус телендә улар 600-ҙән артып киткән. Шул иҫәптән «Башҡортостан», «Стәрлетамаҡ», «Ишембай» порталдары бар.

«Башҡорт Википедияһында тәжрибәле мөхәррирҙәр һаны артыу менән бында даими рәүештә тематик порталдар булдырыла. Былтыр Бөрйән районы порталы эшләнде һәм әүҙем үҫешә. Салауат районынан сыҡҡан мөхәррирҙәр, башҡорт бүлегенең әүҙем ирекмәндәре үҙҙәренең кесе ватаны тураһында портал эшләргә булыуы маҡтауға лайыҡ. Улар был эшкә бик ижади килде – портал эсендә бүлектәр күп, уларҙа мәғлүмәттәр йыш ҡына яңырып торасаҡ. Интернет-энциклопедияның башҡорт бүлегендә киләсәктә йөҙләгән тематик портал эшләүебеҙгә һис тә шикләнмәйем – уға тәүшарттар бар», — тип ваҡиғаға аңлатма бирҙе Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев.

http://www.bashinform.ru/news/1187819-v-bashkirskoy-vikipedii-poyavilsya-portal-salavatskogo-rayona/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть