Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 мең һумдан артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын иҫәпкә алғанда уртаса эш хаҡы май айында 35 2313 һумға еткән. Ул былтырғыға ҡарағанда 9,5 процентҡа күберәк.

Шул уҡ ваҡытта реаль эш хаҡының үҫеше 2017 йылдың майы менән сағыштырғанда 7,9 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2018 йылдың ғинуар-май айҙарында Башҡортостан ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә күсерелгән уртаса айлыҡ эш хаҡы 31 880 һум тәшкил иткән.

Ғәҙәттәгесә иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүл кешеләрҙә – уртаса 76 955 һумдан ашыу.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнгәндәр бер аҙ әҙерәк ала – ай һайын уртаса 58 013 һум.

Эш хаҡы рейтингының шартлы өсөнсө урынында – химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү – айына 47 455,5 һум, тип мәғлүмәт еткерә Башстат.

http://www.bashinform.ru/news/1187629-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-prevysila-35-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть