Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Ҡош юлы» бард йыры фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Әбйәлил районында үткән «Ҡош юлы-2018» республика бард йыры фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр. Учалынан Сәмиғулла Лоҡманов Гран-при яуланы. Илнур Ғәниев, Нәғим Шәрипов һәм Таһир Мирсәйетов I, II һәм III дәрәжә лауреаттары булды. Быйыл фестиваль башҡорт шағиры Рәйес Түләковтың (Рәйес Түләк) ижадына арналды.

Фестиваль сиктәрендә шиғри конкурс ойошторолдо. Был номинацияла Ғәзиз Әбделманов Гран-приға лайыҡ булды. Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев һәм Гүзәл Батталова икенсе урынды бүлеште. Миләүшә Һатыбалова һәм Раушания Хазиева өсөнсө урын яуланы.

Нәркәс Ҡәйепҡолова «Өмөт» номинацияһында еңеүсе булды. Балалар араһында Зилиә Буранбаеваның, Руфина Лоҡманованың һәм Гөлназ Ишемғужинаның сығыштары иң яҡшылары тип танылды.

Етенсе «Ҡош юлы» фестивале бер майҙанда 30-лаған башҡарыусы авторҙы һәм шағирҙы йыйҙы. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әбйәлил районы хакимиәте, «Башҡортостан журналдары» — «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы.

http://www.bashinform.ru/news/1187707-v-bashkirii-nazvany-pobediteli-festivalya-bardovskoy-pesni-kosh-yuly/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть