Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы НДС-ты күтәреү тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Дәүләт Думаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап өҫтәлгән хаҡҡа һалымды (НДС) 18-ҙән 20 процентҡа тиклем күтәреү тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Хөкүмәт уны Дәүләт Думаһына 16 июндә индерҙе, беренсе уҡыу 3 июлдә үтте, 16 июлдә закон проектын Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалым буйынса комитеты икенсе уҡыуға хупланы, тип хәтергә төшөрә «Ведомости».

Закон проекты менән шулай уҡ мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәләренең тарифы билдәләнә. Хәҙер законда регрессив шкала беркетелгән – тариф эш хаҡына бәйле. Ул 85 000 һумдан түбән булһа, тариф – 22 процент, юғары икән – иғәнә артыуҙан 10 процент ставкаһы буйынса түләнә.

Закон проекты нигеҙен башҡарған Финанс министрлығы иҫәптәре буйынса, НДС-ты 2 процентҡа арттырыу бюджетҡа киләсәктә артабанғы үҫеш менән йылына өҫтәмә 620 миллиард һум бирәсәк. Өҫтәлгән хаҡҡа һалымды 20 процентҡа тиклем арттырған хәлдә дә инфляция 2019 йылда 4-4,5 процент кимәлендә ҡаласаҡ, тип иҫәпләй Финанс министрлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1187691-gosduma-prinyala-zakonoproekt-o-povyshenii-nds-vo-vtorom-chtenii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть