Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов ғалим-социолог Александр Тихонов менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18 июлдә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Александр Тихонов менән осрашты.

Яҡтар республиканың Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәге менән фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр өлкәһендәге артабанғы эшмәкәрлеген һәм ғалимдарҙың хеҙмәттәшлеген тикшерҙе. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәйҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» Указын ғәмәлгә ашырыу барышы ҡаралды. Атап әйткәндә, һүҙ төбәкте яңыртып ҡороуҙа социаль ресурстарҙың роле, кешелек потенциалының ҙур әһәмиәте һәм уны һаҡлау, үҫтереү һәм байытыу кәрәклеге тураһында барҙы. Шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашыусылар заманса шарттарҙа идара итеү технологияларын тармаҡ һәм территориаль үҫтереү һәм камиллаштарыу проблемаларын хәл итеү өсөн кире бәйләнеш ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылды.

Белешмә:

Александр Тихонов – Рәсәйҙә идара итеү социологияһын уйлап сығарыусыларҙың береһе. Үҙенән-үҙе социаль процестар идара ителеше, синкретик механизм, власть-идара ителеше регуляцияһы теорияһы, социальмәҙәни шәхси идара итеү моделе концепциялары, «проблемаларҙы күсереү» шарттарында социаль факттар ҡуйыу алымы авторы. Социология фәндәре докторы.

http://www.bashinform.ru/news/1187682-rustem-khamitov-vstretilsya-s-uchenym-sotsiologom-aleksandrom-tikhonovym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть