Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

19 июлдә өфөләр вакансиялар йәрминкәһендә эш таба ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

19 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында сәнәғәт вакансиялары йәрминкәһе үтә.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – водитель, йөксө, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, механика йыйыу эштәре слесары, ремонтсы слесарь, токарь, тракторсы һәм башҡа һөнәрҙәр.

Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1187332-19-iyulya-ufimtsy-mogut-nayti-rabotu-na-yarmarke-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть