Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

19 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәгендә булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18 июлдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҫемлекселек буйынса Шишмә селекция үҙәгенең эше менән танышты.

Үҙәк селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының тәжрибә үткәреү базаһы булып тора. Ул ауыл хужалығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын уйлап сығарыуҙа һәм уларҙы етештереү технологияларын әҙерләүҙә һәм индереүҙә махсуслашҡан.

Үҙәк етәксеһе Әнүәр Шакирйәнов Рөстәм Хәмитовҡа майлы һәм юғары аҡһымлы культуралар селекцияһы буйынса башҡарылған эш хаҡында һөйләне. Республика Башлығына күрһәткән тәжрибә диләнкәләрендә күптән «таныш», республика өсөн ғәҙәти булған борсаҡты һәм етенде, шулай уҡ сағыштырмаса яңы – сояны, рапсты, крамбены һәм башҡаларҙы үҫтерәләр. Үҙәк ғалимдары был культураларҙың төбәктең тәбиғәт һәм тупраҡ шарттарына яраҡлашыу мөмкинлеген, уларҙың урындағы ауырыуҙарға һәм зыян килтереүселәргә ҡарата тотороҡлолоғон өйрәнә.

Шулай уҡ төбәк етәксеһенә бөртөклө культураларҙың: арыштың, бойҙайҙың, тритикалдең селекцияһы тураһында һөйләнеләр. Башҡортостан селекцияһында иң мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә киң билдәле донъяла тәүге ҡыҫҡа һабаҡлы «Сулпан» ужым арышы сорты булды. Бөгөн ошо сорт нигеҙендә республика ғалимдары Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә киң үрсетелгән яңы ужым арышын сығарған. Күп йылдар дауамында ужым бойҙайы селекцияһы буйынса эш алып барыла.

Әнүәр Шакирйәнов һүҙҙәренсә, үҙҙәрендә яҡшы баһа алған бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культураларының күп кенә сорттары Башҡортостан селекцияһы сорттарынан ҡалыша, сөнки урындағы шарттарға әҙерләнмәгән. Үҙебеҙҙең һәм башҡа тәбиғәт зоналарынан индерелгән төрҙәрҙе һынау – селекция үҙәгенең төп бурыстарының береһе. Әле ғалимдар Австралияла, Чехияла, Белоруссияла һәм башҡа алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә сығарылған культуралар менән эшләй.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов үҙәк ҡаҙаныштары менән генә түгел, уларҙың артабанғы үҫешенә ҡамасаулаған ҡыйынлыҡтар менән дә ҡыҙыҡһынды. Ғилми үҙәктең матди-техник базаһын нығытыу һәм йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү кәрәклеге фекер алышыу үҙәгендә булды.

Бөгөн Башҡортостанда орлоҡсолоҡ тармағын тергеҙеү ихтыяжы киҫкен тора, республика аграрийҙары 20-40 йыл элек уйлап сығарылған технологиялар менән файҙалана. Шуға төбәк етәкселеге селекция үҙәгенә ҡуйған тағы ла бер бурыс – ауыл хужалығы етештереүселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу һәм конкуренция һәләтлеген арттырыу.

- Минең өсөн был лабораторияның нисек эшләүен, бөгөн ниндәй кимәлдә булыуын һәм был тармаҡтың икенсе һулыш һәм киң ҡолас алыуы өсөн нимә кәрәклеген күреү һәм аңлау бик мөһим ине, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы төбәктә селекциянан һәм орлоҡсолоҡтан ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә тиклем бөтә агроетештереү тармаҡтарын үҫтереү кәрәклеген айырым билдәләне. Берләштерелгән, шул иҫәптән ғилми асыштар йәлеп итеү менән эш миҫалдары төбәктә бар. 2018 йылдың мартында «Башҡортостандың элиталы орлоҡтары» ауыл хужалығы кооперативы ойошторолдо. Ул бойҙайҙың, арыштың һәм мал аҙығының селекция сорттары орлоҡтарын үрсетеү һәм һатыу өсөн республика ауыл хужалығы предприятиеларын һәм фермерҙарын берләштерҙе. Аграрийҙарға сәсеү материалын Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты бирә. Шул рәүешле ғилми асыштарҙы коммерциялаштырыу ирешелә.

http://www.bashinform.ru/news/1187544-rustem-khamitov-posetil-chishminskiy-selektsionnyy-tsentr-po-rastenievodstvu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть