Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары ужым культураларын йыя башлаған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Федоровка районының «Яһаклы» крәҫтиән (фермер) хужалығында Башҡортостанда беренсе булып ужым культураларын йыя башланылар. Бында ужым шипкәнен йыялар, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хужалыҡта был майлы культура менән бөтәһе 266 гектар ер сәселгән, уларҙың 20-һе йыйып алынған. Белгестәр һүҙҙәренсә, шипкән уңышы ярайһы уҡ юғары – гектарынан 10 центнер.

«Республикала ужым шипкәне 6191 гектарҙа сәселгән. Иң ҙур майҙандар Өфө районында – 1278 гектар. Федоровка районында был культураны 420 гектар майҙандан йыйырға кәрәк», — тип һөйләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.

http://www.bashinform.ru/news/1187386-agrarii-bashkirii-nachali-uborku-ozimykh-kultur/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть